Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
22 Декабрь 2024, 14:20

Яңы йыл кәйефе өләштеләр

Район Мәҙәниәт йортонда  һаулыҡ  мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңы йыл иртәлеге уҙҙы. Сарала  180  бала ҡатнашты.

Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр

Район Мәҙәниәт йорто 20 декабрҙә  көн оҙоно балалар тауышынан гөрләп торҙо. Был көндө Асҡын районы хакимиәте башлығы Шыршы байрамы үтте.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов   балаларға иң изге ҡотлау теләктәрен еткерҙе.

“Мельница” Балалар ижады үҙәге коллективы йылдағыса күңелле тамаша әҙерләне. Был юлы  педагог-актерҙар “Маша һәм Витяның Яңы йыл мажаралары”н ҡараны.

Тылсымлы, шул уҡ ваҡытта ҙур тәрбиәүи әһәмиткә эйә  әкиәт, Ҡыш бабай күстәнәстәре балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килгәндер.

Яңы йылдан һәр бала мөғжизә, ҡыуаныслы ваҡиғалар көтә. Район хакимиәте тарафынан ойошторолған был байрам уларға ошо матур кисерештәрҙе бүләк итә алды.

Наилә Имаева.

Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Яңы йыл кәйефе өләштеләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: