Байрамдың тантаналы өлөшөндә 60 һәм 50 йыл бергә татыу ғүмер иткән ғаилә юбилярҙарын, шулай уҡ биш һәм ете бала тәрбиәләгән, районда 100-сө булып балалары тыуған, шулай уҡ быйыл игеҙәк балалары тыуған, МХОға даими ярҙам иткән ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр.
Байрамдың икенсе өлөшөндә “Минең яратҡан ғаиләм” конкурсы ойошторолдо.
Унда Асҡын ауылынан Альбина һәм Винер Шәриповтар, Динә һәм Айсыуаҡ Хөснөтдиновтар, Әмирҙән Ғәзимә һәм Рифат Зәйнетдиновтар, Урмияҙҙан Светлана һәм Фидел Усмановтар ҡатнашты.
1-се турҙа ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙы, 2-се турҙа - музыкаль һәләттәрен күрһәтте, 3-сө турҙа – ғаилә традициялары тураһында һөйләне.
Һәр ғаилә һоҡланғыс, таллантлы, ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле ине. Жюри ағзалары уларҙың сығышын ҡарап, төрлө номинацияларҙа еңеүсе итеп билдәләне. Һәр ғаиләгә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур һәм күңелле уҙған сара районыбыҙҙа талантлы, уңған, һәләтле балалар тәрбиәләгән ғаиләләр күп булыуын тағы ла бер иҫбатланы.
Наилә Имаева.