– Заман башҡортоноң образы, мәҙәниәтебеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлау хаҡында һөйләгәндә, Радий Фәрит улының: “Ҡайһы бер милләттәр алға бара, икенселәре Ер йөҙөнән юйыла. Үҙенең йәшәү көсөн һәм милли үҙаңын һаҡлап, заманса, тиҙ үҙгәреүсән шарттарға яраҡлаша белгән милләттәр юғалмай”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төшә, – тип Әминә Ивний ҡыҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың пленар ултырыштағы телмәренән өҙөктө килтерҙе. – Был һүҙҙәрҙе секциябыҙҙа ҡыҙыл еп итеп үткәрергә мөмкин, сөнки милли рух төшөнсәһе туған телгә, йолаларыбыҙға, милли мәҙәниәткә бәйле.
Милләт-ара журналистика гильдияһының төбәк проекттары директоры Юлия Бобкова башҡорт халҡы вәкилдәрен ойошма уҙғарған сараларҙа иң әүҙем ҡатнашыусылар тип атаны, ә “Тамыр” республика телеканалын Рәсәйҙә иң яҡшы балалар телеканалы тип билдәләне.
– Башҡорттар милли мәҙәниәт темаһын төплө, ҡыҙыҡлы итеп һәм ҙур һөйөү менән күтәрә, – тип билдәләне сессия ҡунағы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Фәнни-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәева республикала “Урал батыр” эпосы көнөн булдырырға тәҡдим итте.
– Бөгөн “Урал батыр” эпосын һөйләүҙе өйрәнеү һәм тергеҙеү – халыҡ менән эшләү нигеҙе ул. Уның кешеләрҙе берләштерә һәм күңелдәрҙе таҙарта торған тылсымлы көсө бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова быйыл рус һәм башҡорт телдәрендә “Урал батыр“ эпосы” китабы баҫылып сығыуын билдәләне. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: китап республика Башлығы шыршыһында ҡатнашыусы балаларға бүләк ителәсәк.
– Быйыл Өфө үҙәгендә беҙҙең иркен магазин асылды. Сентябрь башынан алып унда 60-тан ашыу сара үткәрҙек, – тип һөҙөмтәләр менән уртаҡлашты Эльмира Хәйретдинова һәм халыҡ һорауы буйынса почта бүлексәләрендә башҡорт телендәге китаптарҙы һатыуҙы ойошторорға тәҡдим итте.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, Өфө аэропорты, сауҙа үҙәктәре кеүек йәмәғәт урындарында, башҡа төрлө музыканан тыш, башҡорт көй-моңдарын да яңғыратырға кәрәк, тип иҫәпләй. Бының өсөн ул башҡортса йырҙарҙың берҙәм платформаһын булдырыу тәҡдимен күтәреп сыҡты. Билдәле видеограф Батыр Ғәлимов йәш артистарға заманса клиптар төшөрөү өсөн гранттар бүлеү кәрәклеген билдәләне. “Сифатлы һәм заманса видеолар йәштәрҙә халыҡ мәҙәниәтенә, туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра”, – тине ул.
Секция аҙағында Әминә Шафиҡова “Заман башҡортоноң образын ниндәй итеп күрәһең?” тигән һорау алыу йомғаҡтарын иғлан итте. Асыҡланыуынса, күптәр уны “эргә-тирәһен яҡшыртыуға һәм үҫешкә ынтылыусы, ата-бабаларыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлаусы, алдынғы ҡарашлы” тип күрә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор:Нурзиә Хәсәнова