Башҡорт теле көнөнә арналған аҙна сиктәрендә тәрбиәселәр “Ҡаҙ өмәһе”н үткәрәләр. Балалар ҙур теләк менән был йола байрамында ҡатнаша: ҡаҙ йолҡа, йылғаға барып түшкәләрҙе сайҡай, йырлай, бейей, халыҡ уйындарын уйнап күңел аса.
Байрамға яҡшы яҡҡа үҙгәргән Шүрәле лә килә.
“Ҡаҙ өмәһе” тамашаһын ҡарап ултырыусы “Тамсыҡай” билилингваль һәм “ Бал ҡорто” полилингваль төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолалары тураһында бай мәғлүмәт ала.
Байрам бик фәһемле, күңелле, рухлы, сағыу үтә.
#Башҡорттелекөнө2024
#Деньбашкирскогоязыка2024
Наилә Имаева.