Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Декабрь , 08:00

“Күк сәскә”лә Башҡорт теле аҙналығы үтте

Башҡорт теле көнөнә арналған тематик аҙналыҡ сиктәрендә Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһында  төрлө фәһемле саралар үтте. #Башҡорттелекөнө2024 #Деньбашкирскогоязыка2024

“Күк сәскә”лә Башҡорт теле аҙналығы үтте
“Күк сәскә”лә Башҡорт теле аҙналығы үтте

Ҙур теләк менән балалар башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңланы, танылған мәғрифәтсе  Мифтахетдин Аҡмулла  ижады менән танышты.

Аҙна аҙағында   ҙур байрам ойошторолдо. Унда тәрбиәселәр тәрбиәләнеүселәр менән бергә “Бал ҡорттары һәм айыу” тигән башҡорт әкиәтенә нигеҙләнеп “Айыу нисек  бал ҡорттары менән дуҫлашҡан” тигән тамаша күрһәтте.

Айыу менән дуҫлашҡан бал ҡорттары бөтә хайуандарҙы саҡырып, уларҙы хуш еҫле бал менән  һыйланы. Ҡунаҡҡа Ҡуян, Төлкө, Бүре килде. Уларға балалар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп күрһәтте, «Сәскәләрҙәй үҫәбеҙ» тигән йырҙы ла бик матур итеп йырлап ишеттерҙе

Ҡунаҡтар менән бергәләп  «Тирмә»  һәм  «Ҡурай» тигән башҡорт уйындарын уйнанылар.

Байрам аҙағында барыһын да дуҫлыҡ әйлән-бәйләненә саҡырҙылар һәм  «Ватан» йырын йырланылар.

Башҡорт теле көнөнә бағышланған саралар бик матур һәм йәнле үтте.  Улар Мостай Кәрим, Зәйнәп Биишева, Рәми Ғарипов кеүек күренекле  шәхестәр һөйләшкән башҡорт теле, гүзәл Башҡортостаныбыҙ тураһында балаларҙың  белемдәрен байытты.

Наилә Имаева.

Читайте нас: