Ғаилә йылыһына сорналған был йәнле сарала алты ғаилә ҡатнашты. Улар – Лилиә һәм Наил Ғәйзуллиндар, Гүзәл һәм Дамир Хәмитовтар, Гөлназ һәм Таһир Вилдановтар, Эльвина һәм Рәмил Нафиҡовтар, Регина һәм Айбулат Кашаповтар, Динә һәм Айсыуаҡ Хөснөтдиновтар.
Визитка турында ғаиләләр һәр береһе үҙҙәренең ғаилә традициялары, бәхет сере менән ижади ҡараштарынан, фантазияларынан сығып, бик йәнле итеп таныштырҙы.
Икенсе турҙа иһә ғаиләләр балалары менән ижади һәләттәрен күрһәтте: кемдер - йырланы, кемдер - шиғыр һөйләне, кемдер балалары менән бергәләп бейене. Ҡыҫҡаһы, һәр ғаилә йондоҙҙай балҡыны!
Сара аҙағында бар ҡатнашыусыларҙы һәм байрамға килеүселәрҙе балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина ҡайнар сәләмләп, иң изге теләктәрән һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Шәхси эшҡыуар Лилиә Ҡыямова бағыусылығында әҙерләнгән бүләктәрҙе ғаиләләргә тапшырҙы Лариса Фәрит ҡыҙы. Шулай уҡ һәр ғаилә номинацияларҙа билдәләнде.
Ата-әсәләр комитеты рәйесе Әлфиә Әхмәрова ла байрамдың ҙур ойошҡанлыҡ менән үтеүен билдәләп, ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм йылы теләктәрен еткерҙе.
Фестиваль бик сағыу, йәнле, матур һәм күңелле үтте.
Наилә Имаева.