Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Декабрь 2024, 21:00

Гәзит бүләк иттеләр

“Изге подписка” акцияһы сиктәрендә  етәкселәр гәзит бүләк итте.

Гәзит бүләк иттеләр
Гәзит бүләк иттеләр

 

2 декабрҙән 12 декабргә тиклем иғлан ителгән матбуғатҡа яҙылыу буйынса  ун көнлөк сиктәрендә “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, Асҡын районы Советы депутаты Раил Рәзиф улы Тажетдинов  ике “Йәнтөйәк” гәзитен бүләк итте.  Бер гәзитте   - Урмияҙ ауыл китапханаһына, икенсеһен  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың әсәһенә  яҙҙырҙы.

“Изге подписка” акцияһына Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шаймарҙанов та ҡушылды. Ул да “Йәнтөйәк”кә яҙылып, баҫманы  МХО-ла һәләк булған яугирҙың әсәһенә бүләк итте.

Ихлас күңелдән изгелек өләшеп, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит бүләк иткән етәкселәргә  ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. 

Наилә Имаева.

 

#Добраяподписка#Аскинскийрайон
#Матбуғат2025Асҡынрайоны
#Подписка2025Аскинскийрайон

Гәзит бүләк иттеләр
Гәзит бүләк иттеләр
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас