Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбе менән килешеү нигеҙендә Урмияҙ мәктәбендә уҡыусыларҙы ҡурай серҙәренә Рәмил Ғәбиҙулла улы Закиров өйрәтә.
Ҡашҡа мәктәбендә иһә ҡурай класын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы, ҡумыҙсы, өҙләүсе Илнур Хәйруллин асты.
Үткән йыл ул белем усағына сараға килгән сағында уҡыусыларға 20 ҡурай бүләк итеп, балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтергә вәғәҙә иткәйне. Илнур Радик улы, һүҙендә тороп, ҡурай класын асты һәм балаларҙы был тылсымлы милли уйын ҡоралында уйнарға өйрәтә башланы.
- Урмияҙ һәм Ҡашҡа мәктәптәрендә ҡурай кластары асылыуы бик ҡыуаныслы. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеүҙә башҡорт халыҡ ижады менән танышыу уҡыусыларҙы илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур мөмкинлектәр бирә. Йәш ҡурайсылар оҙаҡ көттөрмәй үҙҙәренең сығышы менән беҙҙе һөйөндөрөр, - тине район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина.
Киләсәктә Асҡын районында ла республикабыҙҙағы һымаҡ ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән сираттағы тура бәйләнешендә яңы төҙөлгән Дәүләт ҡурайсылар ансамбле тураһында һорау яңғыраны. Һорауҙы Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Данил Никитин бирҙе.
– Беҙ Милли ҡурайсылар ансамбле булдырҙыҡ! Ансамбль халҡыбыҙҙың ҡурай сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән әйҙәүсе көс булараҡ сығыш яһай. Унда эләгергә мөмкинме? Әлбиттә, ҡурайҙы мотлаҡ уйнарға өйрәнергә кәрәк! Беҙҙең балаларға музыка мәктәптәрендә, сәнғәт училищеларында, сәнғәт институтында ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү өсөн махсус бүлектәр бар. Унда мотлаҡ юғары белем алырға кәрәк һәм артабан ансамблгә эләгеү өсөн үҙеңә ышаныу мөһим, – тип яуап бирҙе республика Башлығы йәш ҡурайсы Данил Никитиндың һорауына.
Әйтеп үтергә кәрәк, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бер нисә ай эсендә генә ойошоп, тәүге клиптарын сығарып, Республика көнөнә үҙҙәренең тәүге концертын ҡуйып барыһын да таң ҡалдырып өлгөргәйне инде. Ансамблдең тәүге концерты ул халҡыбыҙҙың ҙур байрамына әүерелде, республика Башлығы тарафынан артистарға автобус бүләк ителде, ә иң мөһиме - быйылғы йылдан алып 10 октябрҙы Ҡурай көнө итеп иғлан ителде.
Эйе, республика Башлығы башланғысы менән күп ҡурайсылар хыялланған дәүләт кимәлендәге ансамбль юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәне. Ул – халыҡ уйын ҡоралында уйнап концерттар биреүсе генә түгел, ә халҡыбыҙҙың рухын күтәреүсе, тарихын һаҡлаусы һәм аҡ киләсәген билдәләүсе бер аҙан да кеүек яңғырай.
Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов шулай уҡ был ансамблгә нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе булараҡ йәш ҡурайсының һорауына яуап бирҙе:
– Ансамблгә эләгер өсөн башта музыка мәктәбендә шөғөлләнергә, аҙаҡ колледжды тамамларға кәрәк (сәнғәт училищеһы). Колледждан һуң беҙҙең сәнғәт институтында юғары белем ала егеттәр. Дәүләт ҡурайсылар ансамблендә уйнаусыларҙың 100 проценты тиерлек юғары белемгә эйә. Иң мөһиме, бында уйнаған егеттәр бөтәһе лә рухлы. Шуға ла ҡурайҙа уйнар өсөн иң тәүҙә рухлы булыу кәрәк. Күңелеңдән ҡурайҙы ныҡ итеп яратырға кәрәк. Ошо ансамблдә йыйылған егеттәрҙең күбеһенең үҙ уҡыусылары бар. Үҙҙәре ансамблдәр менән эшләй белгән егеттәр.
Был егеттәргә ҡарап, республика Башлығы, беҙҙең ҡурайыбыҙҙың киләсәге бар, тине. Һәм был ысынлап та шулай: башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурайҙы һәр егет уйнарға өйрәнгәндә, уны профессионал кимәлдә уҡығанда, Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә эләгергә хыялланғанда...
Наилә Имаева.