Герой булып тыумайҙар, ә һынауҙар мәлендә батыр булып танылалар. Һәр дәүерҙең үҙ батырҙары – улар ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек менән Ватанын һаҡлап, үҙ иленең тарихына ҙур өлөш индергән кешеләр. Солтанбәктәр ҙә ғорурлыҡ менән Бөйөк Ватан һуғышында , Афғанстан, Чечня ерендә булған ҡанҡойоштарҙа , бөгөн барған махсус хәрби операцияла үҙ ғүмерҙәре хаҡына Тыуған иле өсөн батырлыҡ ҡылыусыларҙы иҫкә алды.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға һәм МХО-ла һәләк булған яҡташыбыҙ Айҙар Әнғәм улы Хафизов иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалғандан һуң, митингта ҡатнашыусылар батырҙарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә ала, улар алдында баш эйҙе.
Белешмә өсөн
9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата 2007 йылдың 28 февралендәге "Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары һәм хәрби дан көндәре тураһында" ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында "ғы Федераль закон менән раҫланған. Был байрам – иң почетлы дәүләт наградаларына – Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемдәренә, Дан һәм Изге Георгий ордендарына лайыҡ булғандарға юғары дәүләт һәм йәмәғәт ихтирамы билдәһе.
Наилә Имаева.