Маскировка селтәрҙәре һәм окоп шәмдәре егеттәргә бик кәрәк, тип иҫәпләй билгештәр. Селтәр үреү ҙә бик үк еңел түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылдаштар һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы.
Маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙар өсөн мотлаҡ кәрәк, осрашҡан һайын улар бының тураһында белдерә. Урындағы әүҙемселәр был эш менән күптән шөғөлләнә.
Окоп шәмдәре иһә йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.
Ғөмүмән, ауыл халҡы һәр саҡ файҙалы эште бар күңелен биреп башҡара.
Афарин, билгештәр!
Наилә Имаева.