Был мәртәбәле конкурс ҡобайыр, эпостар башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау, башҡорт халҡының әҙәби мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында йыл һайын районыбыҙҙа даими уҙғарылып килә.
Быйыл да ул ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә гөрләп уҙҙы. Ҡатнашыусылар юғары әҙерлек һәм оҫталыҡ күрһәтте.
Бәйгелә барыһы дүрт йәштән алып 17 йәшкәсә 94 бала ҡатнашты.
Конкурс өс номинация буйынса ойошторолдо: “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын донъя халыҡтары телдәрендә иң яҡшы һөйләү”, “Иң яҡшы видеоролик” һәм “Илһөйәрлек – ул...” темаһына иң яҡшы эссе яҙыу”.
Мәртәбәле жюри бәйгеселәрҙе түбәндәге йәш төркөмдәре буйынса баһалап, еңеүселәрҙе билдәләне:
3. 5-се – 7-се класс уҡыусылары араһында;
Мәртәбәле бәйгенең Гран-прийына Асҡын 2-се урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Сөләймән Ғәлиев (етәксеһе Дилбәр Заһиҙуллина) лайыҡ тип табылды.
Һәр номинацияла уҡыусылар тасуири һөйләү һәм төрлө уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығын, телмәр таҙалығын күрһәтә алды.
Улар тураһында киләһе материалдарҙа тулыраҡ уҡый алырһығыҙ.
Телһөйәр уҡыусыларҙы һәм уларҙы әҙерләгән тырыш уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.