Мутайылға ауылында йәшәүсе уңған, матурлыҡҡа ғашиҡ, ҡул эштәренә шул тиклем оҫта булған Ралия һәм Ғәденән Хәсәновтарҙы белмәгән, уларҙың тырышлығына, өлгөрлөгөнә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ралия апай тирә-яҡта сигеү, бәйләү, тегеү оҫтаһы булараҡ күптән дан алған. Хәсәновтарҙың йорто – ысын мәғәнәһендә ҡул эштәре музейы!
Йәнкиҫәк ауылы ағинәйҙәре ошо матурлыҡҡа ғашиҡ ғаиләгә ҡунаҡҡа барып, уларҙың әкиәттәй донъяһы, күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре, оҫталыҡ серҙәре менән таныша.
Айыҡ, сәләмәт тормош көткән Хәсәновтар күптән хаҡлы ялда булһалар ҙа, күпләп мал аҫрай, йәйҙәрен баҡса тултырып йәшелсә-емеш, еләк үҫтереп һата.
Йәнкиҫәктәр был ғаиләнең уңғанлығына, шул тиклем эштәрҙе нисек башҡарып өлгөрөүенә таң ҡалып ҡайта.
Айыҡ тормоштоң бәрәкәтле, нурлы, ҡотло булыуын үҙ миҫалында дәлилләп йәшәй Хәсәновтар.
Наилә Имаева.