Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Ноябрь , 10:30

Ә һеҙҙә бәләкәстәр "Турғай көнө" тураһында беләме?

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында бәләкәстәр ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында белеп үҫә. Афарин, кескәйҙәр!

Ә һеҙҙә  бәләкәстәр "Турғай көнө" тураһында беләме?
Ә һеҙҙә бәләкәстәр "Турғай көнө" тураһында беләме?

Асҡын 2-се балалар баҡсаһының "Шатлыҡ" йәшлек төркөмөндә "Турғай көнө" үтә.

Ул йыл һайын 12 ноябрҙә билдәләнә.

Үҙ эшенең оҫтаһы булған  тәжрибәле тәрбиәсе Гөлназ Мөхәмәтнур ҡыҙы балаларға ҡоштар тураһында әкиәттәр һөйләй, шиғырҙар уҡый, төрлө хәрәкәтле уйындар уйната, ҡоштарҙы һаҡларға, бигерәк тә ҡыш көндәрендә  уларға ем һалырға кәрәклеге тураһында ла аңлата.

Балалар ҡош һүрәттәрен төшөрә. "Турғай көнө" шулай бик күңелле һәм фәһемле уҙа.

Афарин, кескәйҙәр!

Наилә Имаева.

Читайте нас: