Хәҙерге ваҡытта районыбыҙҙа ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа. Халҡыбыҙҙың борондан килгән гөрөф-ғәҙәттәре бөгөн дә ауылдарҙа һаҡланып килә. Уңған хужалар тырышып үҫтергән ҡош-ҡорттарын эшкәртеү өсөн ауылдаштарын дәшеп, өмәләр ойоштора.
Ҡыйғаҙы ауылында уңған, өлгөр, тырыш хужабикә Рәлифә апай Ғәлимшина 23 ҡаҙ үҫтереп, бөгөн өмә ойошторҙо. Ярҙамға Зәлифә Ибраһимова етәкселегендәге “Бәхет” фольклор коллективын, туғанын саҡырып, “Ҡаҙ өмәһе” байрамын бик күңелле, матур итеп үткәрҙе.
Халыҡ йолаларына таянып үткәрелгән сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Муллыҡ байрамы менән ҡотларға һәм уңған хужабикәгә, уға ярҙамға килеүселәргә рәхмәт белдерергә тип Петропавловка ауыл биләмәһендә эштәр менән идара итеүсе Рәүидә Сәйетова һәм ауылдың имам-хатибы Сәғитйән хәҙрәт Ғәлимшин килгәйне. Улар һәр береһе һүҙ алып, сығыш яһаны, Рәлифә Исламша ҡыҙына шулай матур итеп халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеп, өмә үткәргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Рәүидә Ғәйниәхмәт ҡыҙы хужабикәгә һәм өмәлә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға Петропавловка ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ҡунаҡтарҙы “Бәхет” коллективы йыр-моң, икмәк –тоҙ, ҡоймаҡ менән ҡаршы алды. Һимертелгән ҡаҙҙарҙы һуйып, йолҡоп, таҙартҡандан һуң көйәнтәләргә элеп, йырлай-йырлай Ҡыйғаҙы йылғаһына төшөп сайҡау байрамдың иң матур һәм күңелле өлөшө булғандыр.
Өмәселәрҙе йола буйынса уңған хужабикә бай табын әҙерләп, ҡаҙ итенән аш бешереп, ҡаршы алды . Табын артында ҡатын-ҡыҙҙар айыҡ тормошто пропагандалаусы конкурс тураһында фекерҙәре менән бүлеште, алдағы көндәргә план ҡорҙо, уңған хужабикәгә рәхмәт әйтеп, киләһе йылда ла ҡош-ҡорттары уңыуын теләне.
Сараны әҙерләп алып барыусы, ауыл клубында мәҙәни сараларҙы ойошторусы Зөлифә Ибраһимова ла ҡунаҡсыл хужабикәгә рәхмәттәрен һәм изге теләктәрен белдерҙе.
Байрам бик күңелле һәм сағыу үтте.
Наилә Имаева.