“Саф һыулы шишмә һыуын ауыл халҡы эсергә ала. Бигерәк тә ҡышын, ҡойоларҙа һыу бөткәс, шишмәнән кем нисек булдыра — һауыттарға тултырып, машина менән дә, сана менән дә, корытаға һалып та ташыйҙар. Шуға ҡышын эсер һыуыбыҙ булһын, кәмемәһен тип, Азин урамында йәшәүселәр өмә үткәрҙек. Шишмәнең Мута йылғаһына ҡойған ерен таҙартып, тәрәнәйтеп, баҫма һалдыҡ. Эргәһенә өҫтәл менән эскәмйә лә эшләп ҡуйҙыҡ. Өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт”, — тип хәбәр итте әүҙем ағинәй Эльвера Зиннәтова.
Наилә Имаева.