Байрамда район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Яңы Ҡаҙансы ауылының «Айыҡ ауыл-2024» конкурсындағы кураторы Рима Нәбиуллина, урындағы биләмә башлығы Илфат Ғатин, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әсәләре, төбәктең тырыш гүзәл заттары ҡатнашты.
Күркәм сара район ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындағы мәктәп һәм мәҙәниәт йорто коллективтары менән берлектә ойошторолдо.
Рима Шамил ҡыҙы һәм Илфат Хәлфәт улы Ауыл ҡатын-ҡыҙы, киләсәк Әсәйҙәр көнө уңайынан барыһын да байрам менән тәбрикләп, ихлас ҡотлауҙар еткерҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, илебеҙ тыныслығы һағында торған батыр егеттәребеҙҙең әсәйҙәренә, күп бала тәрбиәләп үҫтергән, ауылдың йөҙөк ҡашы булған тырыш, уңған әсәйҙәргә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Кисәне матур һәм йәнле итеп Фәридә Дәүләтшина алып барҙы. Әйткәндәй, бай эстәлекле сара сценарийын да ул яҙған.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары шундай оло ихтирамға лайыҡ ханымдар — Ямалия Ғарипова, Нәзифә Барыева, Мәрзүмә Сәлимова, Зөбәрҗәт Сәләхова, Винария Ниғәмәева, Илмира Хәсәнова, Диләрә Шәйнурованың тормош юлы менән таныштырып үтте.
Яңы Ҡазансы ауылының тырыш, уңған, күркәм тәрбиә орлоҡтары һалып лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән, күптәргә үрнәк булған, төрлө өлкəлə фиҙаҡәр хеҙмəт һалған, балаларым, ейәндәрем тип йән атып йәшәгән гүзәл заттарға район ҡатын-ҡыҙҙар советының Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Наилә Имаева.