Яңы асылған амбулаторияла тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәре — Ләйсән Ғафуръянова (фельдшер), Зөбәржәт Ғатина (процедуралар яһаусы шәфҡәт туташы), Лилиә Ғайсина (акушер) һәм техник хеҙмәткәр Рушания Зиннәтуллина эшләй. Улар йәнкиҫәктәрҙе ихлас ҡаршы алып, заманса шарттарға тура килтереп төҙөлгән табип амбулаторияһы, ундағы эш шарттары менән таныштыра.
Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙың ҡан баҫымын үлсәп, фәһемле кәңәштәрен еткерә, һорауҙарына яуап бирә. Сирҙәрҙе профилактикалау сараларын да иҫкә төшөрәләр.
Әңгәмә барышында сәләмәт, айыҡ тормош алып барыуҙың өҫтөнлөктәрен атап, эскелектең сәләмәтлеккә ниндәй ҙур зыян килтереүе хаҡында ла һөйләшәләр.
Йәнкиҫәктәр экскурсиянан бай тәьҫораттар һәм фәһемле кәңәштәр алып ҡайта.
Наилә Имаева.