Сарала Әлфис Ғаязов, Зәүиә Шәрифйәнова, Альфред Хәжимуллин, Сулпан Ғафуръянова, Хафаса Фазылова, Рәфҡәт Мәрҙәнов, Мәмдүнә Зарипова, Мансур Нуриәхмәтов, Диләрә Рәхимова һәм башҡа райондаштарыбыҙҙың тыуған яғыбыҙға арнап яҙған шиғырҙары һәм ижад иткән йырҙары яңғыраны.
— Сара бик күңелле һәм рухлы үтте. Унда ҡатнашыусылар һәр шағир һәм уның ижады тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, яратҡан шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.
Әҙәби кисә аҙағында Йәнкиҫәк ауылының уңған хужабикәләре әҙерләгән мул табын артында сәй эсеп, ауыл халҡы алдағы көндәргә матур пландар ҡорҙо.
Наилә Имаева.