Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Ноябрь , 13:05

Йәнкиҫәктә - Алма байрамы

“Айыҡ ауыл – 2024” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Йәнкиҫәк ауылында Алма байрамы үтә.

Йәнкиҫәктә  -  Алма байрамы
Йәнкиҫәктә - Алма байрамы

 Ауылында тырыш, берҙәм халыҡ йәшәй. Улар үҙ хужалыҡтарында мал аҫрап, баҡса үҫтереп, мул тормошта йәшәй. Быйыл улар “Айыҡ ауыл - 2024” конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша.Ошо уңайҙан сәләмәт, айыҡ тормошто ппропагандалап, төрлө саралар ойошторалар. Ауылды, шишмәне төҙөкләндереү буйынса өмәләр үткәрәләр, дини һәм мәҙәни сараларҙа ла берҙәмлек күрһәтәләр.

- Тыуған ауылым Йәнкиҫәккә һәр ваҡыт ашҡынып киләм, төрлө сараларҙа ла ихлас ҡатнашам, үҙем дә ойошторорға ярҙам итәм. Әле бына Алма байрамы бик матур үтте. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары алманан төрлө ризыҡтар әҙерләп алып килгән. Нимәләр генә юҡ ине унда: алма бәлештәре лә, алмы һуты ла, ҡағы ла, ҡайнатмаһы ла, бутҡаһы ла... Һәр кем үҙе алып килгән тәмлекәсте әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе. Иренмәһәң, тырышһаң, файҙалы ла, тәмле лә алманан ниндәй генә тәмле ризыҡтар бешереп булыуына һоҡланып ултырҙыҡ.

Сара бик күңелле уҙҙы. Йырҙар йырлап, мәҡәлдәр әйтеп, йомаҡтар ҡойоп, рухланып ҡайттыҡ, - тип хәбәр итте ошо йәмле ауылда тыуып үҫкән Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова.

Йәнкиҫәктәрҙең маҡсаттары изге, пландары аныҡ. Алда ла шулай берҙәм булып, сәләмәт, айныҡ тормош көтөп, фәһемле сараларҙа тағы ла күрешергә һүҙ ҡуйышып тарала улар.

Наилә Имаева.

Йәнкиҫәктә  -  Алма байрамы
Йәнкиҫәктә  -  Алма байрамы
Йәнкиҫәктә  -  Алма байрамы
Йәнкиҫәктә  -  Алма байрамы
Йәнкиҫәктә  -  Алма байрамы
Йәнкиҫәктә  -  Алма байрамы
Йәнкиҫәктә - Алма байрамы
Читайте нас: