Йәнтөйәк
-6 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Ноябрь , 13:00

Алтмыш йыл һиҙелмәй үтеп тә киткән...

Рәвиҙә һәм Мөғәллим Ибраһимовтар  – Ҡариҙел  районында күптәргә өлгө булырҙай күркәм парҙарҙың береһе.

Алтмыш йыл һиҙелмәй үтеп тә киткән...
Алтмыш йыл һиҙелмәй үтеп тә киткән...

Ҡариҙел районында башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаилә парҙары етерлек. Рәвиҙә һәм Мөғәллим Ибраһимовтар  – тап шундай күркәм парҙарҙың береһе. Бына алтмыш йыл буйына улар бөтә шатлыҡ-ҡайғыларҙы һәм хәстәрлектәрҙе уртаҡлашып, бер-береһенә хөрмәт, ярҙам күрһәтеп йәшәй, ти ауылдаштары.

Яңыраҡ улар гәүһәр туйҙарын билдәләне. Алтмыш йыл ғүмер ни арала һиҙелмәй үткән дә киткән! Ибраһимовтарҙың әйтеүенсә, улар һәр ваҡыт яҡшыға өмөтләнеп, бәләкәй генә ғәмәлдәрҙән һөйөнөс-шатлыҡ табып, йәшәргә һәм эшләргә тырышҡан. Мөғәллим Фәйзелхаҡ улы агроном булып эшләгән, “Ҡариҙел” совхозының Бағазы бүлексәһе идарасыһы вазифаһын башҡарған, күп йылдар фермер хужалығын алып барған, ҡарабойҙай үҫтергән. Рәфиҙә Мәрби ҡыҙы ғүмере буйына һайлап алған профессияһына тоғролоҡ һаҡлаған, 21 йыл Бағаҙы мәктәбендә математика фәненән уҡыта, Ҡариҙел ауылында статистика бүлегендә эшләй, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.

Ибраһимовтар дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ошо йәшкә тиклем атай-әсәй ҡурсауында, йылы мөхиттә йәшәү күптәргә эләкмәй. “Беҙ һеҙҙе 60 йыллыҡ тормош юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Эргәгеҙҙә һәр саҡ булырға һәм һеҙҙе хәстәрлек һәм һөйөү менән солғарға тырышасаҡбыҙ”, – ти ҡыҙҙары.

https://karaidel.site/news/novosti/2024-10-29/suprugi-ibragimovy-iz-karaidelskogo-rayona-otmetili-brilliantovuyu-svadbu-3988315

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: