Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Октябрь , 12:15

Урманкүлдәр окоп шәмдәре эшләне

2025 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға ҙур теләк белдергән Урманкүл ауылының Яр буйы урамында  йәшәүселәр берҙәмлектәре менән һоҡландыра. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, уны еренә еткереп, “һә” тигәнсе эшләп тә ҡуя. Киләһе йылда улар урам юлын төҙөкләндереү проектын  күтәреп  сыҡҡан. Ошо проектты яҡлап, был юлы улар  йыйылышып, яугирҙарға окоп шәмдәре эшләне. #ППМИ2025Казанчинскийсельсовет #ППМИ2025Урманкуль #Аскинский район #Урындағыбашланғыстарҙыяҡлаупрограммаһы

Урманкүлдәр окоп  шәмдәре эшләне
Урманкүлдәр окоп шәмдәре эшләне

"Окоп шәмдәре яугирҙар өсөн бик кәрәкле әйбер.  Ул йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итә. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна. Әлеге көҙгө һалҡын көндәрҙә был бигерәк тә кәрәк, шуға беҙ  Урманкүл ауылының Яр буйы урамында йәшәүсе  Вәзирә Ғәлиәхмәтованың йортона өмәгә  йыйылып, окоп шәмдәре эшләнек. Беҙҙең Ҡаҙансы төбәгенән дә махсус хәрби операцияла ир-егеттәр илебеҙ именлеген, беҙҙең тыныслыҡты һаҡлай.  Вәзирә ауылдашымдың да туғаны МХО-ла. Ул күптән түгел  Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы  — “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Беҙ быға бик шатландыҡ, — тип һөйләне Раушания Муллағаян ҡыҙы. — Бергәләп тотонғас, эш бик ырамлы барҙы.   Нефтекамскиҙа йәшәүсе бик әүҙем, йәнтөйәге өсөн  һәр саҡ тырышып йөрөгән ауылдашыбыҙ  Әнәс Шәйхуллин шәм эшләр өсөн банкалар ҡайтарып бирҙе, ә парафин   йыйылған аҡсаға һатып алынғайны.  Шулай берҙәм көс менән 100 банка шәм әҙерләнек.  Әнәс ауылдашыбыҙ  тиҙ һыуынмай торған афған ҡаҙаны ла, Урманкүл тип яҙылған кружкалар ҙа  алып ҡайтты. Барыһын да яугирҙарыбыҙға һалдыҡ.  Иң мөһиме, улар өшөмәһен, сирләмәһен, беҙҙең изге теләктәребеҙ  һәр саҡ һаҡлап йөрөтһөн үҙҙәрен!”

Урындағы башланғыстарҙы  яҡлау программаһы сиктәрендә үҙҙәре йәшәгән Яр буйы урамын ремонтлау өсөн янып-көйөп йөрөгән  урманкүлдәр  ошо проектты яҡлап, бихисап саралар үткәреп тә өлгөргән. Экологик өмәгә сығып, әйләнә-тирәне йыйыштырғандар, көҙҙө оҙатып, муллыҡ байрамы  үткәргәндәр һәм башҡалар.

Урманкүл ауылы халҡына Яр буйы урамын төҙөкләндереүҙә тик уңыштар  юлдаш булһын! Бар уй-теләктәре, изге башланғыстары тормошҡа ашһын!

Наилә Имаева.

 

 

Урманкүлдәр окоп  шәмдәре эшләне
Урманкүлдәр окоп  шәмдәре эшләне
Урманкүлдәр окоп  шәмдәре эшләне
Урманкүлдәр окоп  шәмдәре эшләне
Урманкүлдәр окоп  шәмдәре эшләне
Урманкүлдәр окоп шәмдәре эшләне
Читайте нас: