Был мауыҡтырғыс һәм иҫтәлекле сәйәхәтте Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов менән ҡоролтай ағзаһы Ләйсән Фларит ҡыҙы Шакирова ойоштора. Улар етәкселегендә уҡыусылар иртә менән баш ҡалаға юллана. Өфөгә барып еткәс, уларҙы гид ҡаршы алып, баш ҡаланың иҫтәлекле, матур урындары менән таныштыра. Балалар тарихи мәғлүмәттәр менән танышып, файҙалы мәғлүмәт һәм бай тәьҫораттар ала экскурсиянан.
“Өфө шул тиклем матур, тарихи урындар күп. Уҡыусыларға шундай матур иҫтәлекле бүләк эшләй алыуыбыҙға шатмын. Тәьҫораттар бихисап, балалар менән бергә беҙ ҙә ҡыуандыҡ”, — тине Ирек Альбирт улы.
Наилә Имаева.