Уңғанлыҡтары, татыулыҡтары менән барыһын да һоҡландырып йәшәгән Физа һәм Йәсәүи Ғәлимовтар йортонда бөгөн Ҡаҙ өмәһе үтте.
Байрамға Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев, район Советы рәйесе Руслан Ғәлләмов, үҙәкләштерелгән район китапханалар системаһы директоры Земфира Зарифуллина, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, ауылдың имам-хатибы Әхәт хәҙрәт килде һәм сығыш яһаны. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Зөбәржәт Әминева етәкселегендәге “Аулаҡ өй” фольклор ансамбле йыр-моң, сәк-сәк менән ихлас ҡаршы алды.
Сығыштар “Аулаҡ өй” фольклор ансамбле, Зөлфиә Маҙһарова, Рәшит Закиров, Эвелина Ғәлимханова башҡарыуында дәртле йырҙар, халыҡ уйындары һәм бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Ғәлимовтар быйыл 15 ҡаҙ һимертеп үҫтергән. Өмәгә күршеләрен, туғандарын, дуҫтарын, “Аулаҡ өй” фольклор коллективын һәм ағинәйҙәрҙе саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаларын еренә еткереп үтәне.
Йәсәүи ағай ҡаҙҙарҙы һуйғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар, түңәрәккә теҙелеп ултырып, халҡыбыҙ йырҙарын йырлай-йырлай күңелле итеп ҡаҙ йолҡто. Эсен алып, таҙартҡандан һуң, ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп ауылға йәм биреп торған күлгә алып барып сайҡанылар.
Һуңынан Физа Әүхәҙи ҡыҙы ауылдың уңған хужабикәләре менән әҙерләгән байрам табынына өмәселәрҙе саҡырып, туҡмаҫлы аш, ҡаҙ майында майланған ҡоймаҡ һәм халҡыбыҙҙың башҡа милли ризыҡтары менән һыйланы.
Әйтергә кәрәк, Яубүләк ауыл биләмәһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында даими ҡатнашып, призлы урындар алып тора. Мәҫәлән, үткән йыл Яубүләк ауылы конкурстың муниципаль этабында — 1-се урын, 2022 йылда иһә Солтанай ауылы — 3-сө, 2021 йылда Упҡанкүл ауылы 2-се урын яулай.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Флүр Фәнүз улы әйтеүенсә, Упҡанкүл ауылы үҙенең тырыш, егәрле халҡы менән дан тота. Эш менән шөғөлләнгән кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыт ҡалмай. Улар гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә, мәсеткә йөрөй, айыҡ сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәй.
Наилә Имаева.