Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Октябрь , 09:10

Тәмле аштарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле ашнаҡсылар!

Бөгөн, 20 октябрҙә, Ашнаҡсы көнө билдәләнелә. Урмияҙ мәктәбе уҡыусылары ла  үҙҙәрен тәмле аштар менән һыйлаусы ашнаҡсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.  

Тәмле аштарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле ашнаҡсылар!
Тәмле аштарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле ашнаҡсылар!

Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был байрамға Бөтә донъя Кулинарҙар берекмәләре ассоциацияһы тарафынан  2004 йылда нигеҙ һалына.

Ашнаҡсы – иң тыныс, тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр. Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш. Бигерәк тә мәктәп ашнаҡсылары ҙур яуаплылыҡ тота.

Урмияҙ мәктәбендә лә үҙ эшенең оҫтаһы булған ашнаҡсылар Әҡлимә Асрар ҡыҙы Ғәлимова, Лилиә Ринат ҡыҙы Костюкова, Әнфисә Вәлизиән ҡыҙы Байназарова эшләй. Улар уҡыусыларҙы  тәмле, файҙалы аштар бешереп һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы ала.

- Ашнаҡсы һөнәрен еңел тип әйтеп булмай. Оҫталыҡтан тыш, башҡа сифаттарға ла эйә булырға кәрәк. Эшебеҙҙе яратабыҙ, коллектив татыу. Бешергән аштарыбыҙҙан балалар ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәт әйтһә, беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс, - ти ашнаҡсылар.

Ашнаҡсы  көнө уңайынан   уҡыусылар   уҡытыусы апайҙары етәкселегендә үҙенсәлекле бүләк әҙерләп ҡотлай: матур итеп һүрәт төшөрөп, үҙҙәрен тәмле, файҙалы, йылы  аштар менән һыйлаусы апайҙарына  рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Беҙ ҙә уларға ҡушылып, мөләйем, уңған, оҫта  ҡуллы ашнаҡсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Уларға сәләмәтлек, ғаилә именлеге,  уңыштар  теләйбеҙ! 

Наилә Имаева.

Читайте нас: