2025 йылдың 16 ғинуарында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тула.
"Аҡман-тоҡман", "Бөртөкләп йыйыла алтын", "Төньяҡ амурҙары" дилогияһы... Ошо өс кенә романды атағанда ла, башҡорт әҙәбиәтен аҙмы-күпме белгән кеше уларҙың авторы кем икәнен әйтеп бирә алалыр. Әлбиттә, Яныбай Хамматов! Ошолар, башҡа бихисап күләмле әҫәрҙәре менән, өҫтәп тағы ла әйтәйек – "Йәшенле йәй", "Юрғашты", "Руда" – һәм башҡа әллә күпме халыҡсан романдары менән ул бик күптән, үҙе гөрләтеп ижад иткән-йәшәгән осорҙа уҡ, халыҡ яҙыусыһы булып танылғайны инде.
Замандаш яҙыусылар араһынан, ысынлап та, Яныбай Хаммат улы иң уҡылған ижадсыларҙың береһе булған. Уның әҫәрҙәре әле лә әҙәбиәт һөйөүселәрҙең китап кәштәләрен байытып тора. Олуғ әҙиптең тыуыуына бер быуат та үтеп бара, баҡһаң.
Һәм бына һөйөнөслө хәбәр билдәле булды: республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров "Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәттәр буйынса рәсми интернет-порталында баҫылды (https://npa.bashkortostan.ru/43633/). Указдан күренеүенсә, сараларҙы ойоштороу комитеты раҫланған да инде. Уға республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев етәкселек итә, урынбаҫары – мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова. Комиссияла шулай уҡ рухиәт өлкәһенең башҡа абруйлы вәкилдәре лә бар. Ойоштороу комитетына үткәрелә торған саралар планы өҫтөндә эшләү бурысы йөкмәтелә. Улар хаҡында һуңғараҡ ентеклерәк белербеҙ, тигән өмөт бар.
Рәүилә Ғатауллина.
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-10-11/yanybay-hammatovty-100-yylly-y-bild-l-n-s-k-3964705