Асҡын районында «Беҙ — Рәсәй граждандары!» Бөтә Рәсәй программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның ойоштороусыһы булып «Беренселәр хәрәкәте»нең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе тора.
Паспорт тапшырыу тантанаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Асҡын районы буйынса бүлексәһенең миграция хеҙмәте начальнигы, полиция майоры Зөһрә Ғәйниәхмәтова, «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтен урында ойоштороу буйынса белгестәр Алина Солтанова менән Алһыу Йәрмөхәмәтова ҡатнашты.
Улар үҫмерҙәргә артабан да уҡыуҙа һәм башҡа өлкәләрҙә яңы уңыштарға өлгәшергә, Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөргә һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып ҡалырға, тигән изге теләктәрен еткерҙе.
Наилә Имаева.