Улар Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды.
Республика етәксеһе үҙенең сығышында «шайморатовсылар»ға изге теләктәр теләне һәм Республика көнө менән ҡотланы.
– Тәүге өс «шайморатовсы» класы 2020 йылда ошонда сафҡа баҫҡайны. Ә бөгөн республика мәктәптәрендә 251 шайморатовсы класы асылды. Тағы ла күберәк малайҙар-ҡыҙҙар «шайморатовсы» исемен йөрөтөргә ынтыла. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең, барлыҡ һәләк булған Ватан һаҡсыларының иҫтәлегенә тоғро булырға», — тине Радий Хәбиров. – «Шайморатовсы» булыу – оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Был исемгә ҡаҙанырға кәрәк. Һеҙ яҡшы уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, хәрби оҫталыҡты үҙләштерегеҙ, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерегеҙ, дуҫтарығыҙға ышаныслы иптәш булығыҙ. Үҙегеҙгә юғары маҡсаттар ҡуйығыҙ, ауырлыҡтар алдында бер ваҡытта ла юғалып ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙә еңеүсе рухын тәрбиәләгеҙ. Һәм шул саҡта һеҙ ысын мәғәнәһендә тыуған республикағыҙҙың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары буласаҡһығыҙ.
Мәктәп уҡыусылары йәш “шайморатовсы” антын ҡабул итте, улар үҙ халҡына тоғро булырға, лайыҡлы уҡырға, үҙҙәрен Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәткә әҙерләргә вәғәҙә бирҙе. Байраҡтарҙы тапшырғандан һуң малайҙар-ҡыҙҙар үҙҙәренең гимнын, “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы. Сара шайморатсыларҙың тантаналы маршы менән тамамланды.
Автор:Инсаф Хужабирганов