Уның Бөтә Рәсәй ун көнлөгө сиктәрендә уҙыуы гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн файҙалы булды, Улар ташламалы хаҡҡа район гәзиттәренә яҙыла алды.
Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре иһә тантаналы сараға килеүселәрҙе район гәзиттәренә яҙҙырып, квитанция менән бергә иҫтәлеккә бүләк һәм район гәзитенә реклама йәки ҡотлау биргәндә 10 процент ташлама ҡаралған купон да тапшырҙы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 октябрҙә төбәктә 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға льготалы яҙылыу декадаһы башланды. Ул 14 октябргә тиклем дауам итәсәк. Кемдәр әлегә яҙылып өлгөрмәгән, яратҡан баҫмаларығыҙ менән дуҫлыҡ ебен нығытырға һуң түгел.
Декада ваҡытында “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә ярты йылға почта аша яҙылыу хаҡы – 522, 18 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алһағыҙ — 486 һум, ә курьер килтереп бирһә, 522 һум буласаҡ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Наилә Имаева.