Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Октябрь 2024, 15:05

Ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылдылар

Солтанбәк ауыл Советы коллективы  был юлы ла беренселәрҙән булып  ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылды. Афариндар!

Ташламалы хаҡҡа гәзиткә   яҙылдылар
Ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылдылар

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, алдан хәбәр итеүебеҙсә,  4 октябрҙән 14 октябргә тиклем «Рәсәй почта»һы гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу иғлан итә. Ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Ышаныч”, “Аскинская новь” район  гәзиттәренә яҙылып ҡалығыҙ!

Солтанбәктәр иһә был юлы  ла форсаттан файҙаланып  ҡалырға ашыҡты. Ауыл  Советы коллективы  һәр ваҡыттағыса  коллектив менән 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына  “Йәнтөйәк”кә яҙылды. 

Киләһе йылда ла баҫмабыҙ менән  дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгән коллективҡа рәхмәт белдереп, яуаплы эштәрендә  уңыштар теләйбеҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Декада ваҡытында “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә ярты йылға почта аша яҙылыу хаҡы – 522, 18 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алһағыҙ — 486 һум, ә курьер килтереп бирһә, 522 һум буласаҡ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Наилә Имаева.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас