Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Октябрь 2024, 15:05

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын  бүләкләү тантанаһы үтте.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһының  иң яҡшы башҡорт, рус, туған тел  уҡытыусылары  һәм полилингваль күп профилле дөйөм белем  биреү ойошмаларында  уҡыу предметтарын билингваль һәм  полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан уҡытыусыларға дәүләт ярҙамы  тапшырылды.

Улар араһында  Ҡариҙел районы Абыҙ  төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Солтанова ла бар.  Ул балаларға белем биреүҙәге уңыштары өсөн  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Премияны Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев тапшыра.

Туған тел һағында тороусы  уҡытыусы  Гөлнара Рәхмәт ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

 Наилә Имаева.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас