Бәләкәй генә Башҡортостан ауылы халҡының матур эштәре тураһында әленән-әле яҙып торабыҙ. “Айыҡ ауыл – 2024” республика конкурсының муниципаль этабында беренселәрҙән булып ҡатнашырға теләк белдергән башҡортостандар айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Ниндәй генә сара үтһә лә, берҙәм булып ҡатнаша, һәр башланғысты ихлас күтәреп ала. Һуңғы көндәрҙә Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһендә ойошторолған сараларҙа ла ҡалышманылар.
Бөтә донъя Йөрәк көнө уңайынан Иҫке Ҡаҙансы ауыл табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре үткәргән йәнле осрашыуға ла улар дәррәү килә. Медицина хеҙмәткәрҙәре һөйләгән киң таралған йөрәк сирҙәре, йөрәкте һаҡлау, уны хәстәрләү тураһында мәғлүмәтте иғтибар менән тыңлап, үҙҙәренә фәһем алып ҡайта.
Сара сиктәрендә медицина өлкәһендә күп йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан Фәниә Солтаншинаны ла 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайҙар.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Иҫке Ҡаҙансы ауылында “Юлдаш” радиоһының 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан булдырылған “Юлдаш аллеяһы”на ағастар ултыртыуҙа ла башҡа ауылдар халҡы менән бергә башҡортостандар ҙа әүҙем ҡатнаша.
— “Юлдаш” радиоһын яратып тыңлайбыҙ. Унда беҙҙең Башҡортостан ауылы ҡыҙы Зөһрә Арсаева эшләүе менән ғорурланабыҙ! Башҡортостан “Юлдаш” радиоһы үҫешенә беҙҙең ауылыбыҙ — Башҡортостан ҡыҙы ҙур өлөш индерә! Беҙ сикһеҙ шатбыҙ һәм ауылдашыбыҙға яуаплы эшендә ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ! — тип изге теләктәрен еткерҙе Башҡортостан ауылы халҡы.
Наилә Имаева.