Мөлдөрәп аҡҡаны өсөн “Мөлдөршиҙе” исемен алған был шишмә элек-электән юлсыларҙың туҡтап ял итер урынына әйләнә. Күп йылдар элек ул төҙөкләндерелә, тик ваҡыт уҙыу менән һыу сығанағы тарайып, әйләнә-тирәһен сүп баҫа, ял итеү беседкаһы иҫкерә, серей. Быйыл “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса шишмә төҙөкләндерелә. Ауыл Советы депутаттары, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм Солтанбәк, Сураш ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бер нисә тапҡыр йыйылып, шишмә тирәһендә өмә үткәрә: шишмә башын соҡоп, тәрәнәйтеп һәм киңәйтеп, торба һалып, таш менән күтәртеп ҡуя. Техника менән Краснохолм нефть һәм газ сығарыу цехы начальнигы Линар Саҙртдинов ярҙам итә. Билдәле тимерсе, шәхси эшҡыуар Эдуард Тимерғәлин иһә тимерҙән беседка һәм күпер эшләп бирә. Шулай итеп, “Аныҡ эштәр” проекты буйынса берҙәм тырышлыҡ менән “Мөлдөршиҙе” шишмәһе яңы һулыш ала. Хәҙер бында бик матур, иркен, әйләнә-тирә таҙа, һыу алыр өсөн дә уңайлы.
Сараға йыйылыусыларҙы Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева сәләмләп, төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға ауыл Советы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Шишмә асыу тантанаһында Динис Йосопов, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Асҡын районындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Юлия Саҙриева, 4-се Южарланнефть цехы начальнигы Линар Саҙртдинов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортоноң Зөлфинә Сәйфуллина етәкселегендәге “Умырзая” фольклор коллективы йыр-моң, сәк-сәк һәм үлән сәйҙәре менән ҡаршы алды. Һәр сығыш Солтанбәк, Сураш ауылы һәүәҫкәр артистар башҡарыуындағы йырҙар менән үрелеп барҙы. Автоклуб ярҙамы меенән музыкаль яҡтан биҙәлгән сараны матур итеп Солтанбәк мәктәбе уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова алып барҙы.
Алтын көҙҙөң ҡояшлы көнөндә “Мөлдөршиҙе” шишмәһен асыу үҙе бер иҫтәлекле матур байрамға әйләнде.
Наилә Имаева.