Беҙҙең районда ла ошо программа буйынса эшләүселәр бар. Шуларҙың береһе — Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Дарсигова.
Илекәй ауылы ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының инженер-технология факультетын тамамлаған. 2018 йылда һүрәт төшөрөү сәнғәте һәм хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, район Мәҙәниәт һарайына эшкә ҡайта. 2021 йылдан Балалар сәнғәт мәктәбендә сәнғәт бүлеге уҡытыусыһы булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.
— Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған районыма ҡайтып эшкә урынлаштым. Башҡа яҡҡа сығып китеү тураһында уйымда ла булманы. Күпмелер ваҡыт эшләгәс, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тураһында һөйләнеләр. Унда ҡатнашып, грант алдым. Йәш белгестәргә бындай ярҙам булдырғандары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтке килә, — ти Гөлназ.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә юғары белемле уҡытыусының тәрбиәләнеүселәре республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар еңеүселәре һәм лауреаттары була. Йәш белгес уларҙы матурлыҡты күрергә һәм гүзәллеккә ынтылырға өйрәтә.
Фекер...
Дамир Хәмәтов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
— Беҙҙең республикала беренселәрҙән булып ауыл ерендә эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелә башланы. Радий Хәбиров инициативаһы менән “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләүе йәш белгестәргә ҙур ярҙам булды. Йәштәрҙе ауыл еренә, районға йәлеп итеү өсөн бындай ярҙам саралары күрһәтелеүе ҙур әһәмиәткә эйә.
Белешмә:
2021 йыл нәтижәләре буйынса республика бюджетынан әлеге программаны ғәмәлгә ашырыуға 30 миллион һум аҡса йүнәлдерелгән. 49 ҡала һәм райондан 60 хеҙмәткәр 500-әр мең һум аҡса алған. Ошо аҡсалар иҫәбенә 27 кеше фатир йәки йорт өсөн беренсел взнос индергән, өлөшләтә йәки тулыһынса ипотека кредиттарын түләгән, ремонт планлаштырған, ә 17 кеше йорт төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алған.
“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын ғәмәлгә ашырыуҙың өс йылында 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Был маҡсаттарға 75 миллион һум аҡса йүнәлдерелгән.
2024 йылдан башлап йыл һайын дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының 30 белгесенә, шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәптәрен, музыка, сәнғәт һәм хореография мәктәптәрен индереп, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Бер мәртәбә бирелә торған компенсация түләүе бер миллион һум тәшкил итә. 2025 йылда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы ил күләмендә эшләй башлаясаҡ — Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡта Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә иғлан итте.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.