Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Сентябрь , 14:50

Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә

Бөгөн, 21 сентябрҙә, көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, ҙур ойошҡанлыҡ менән «Милләт кросы-2024 » үтте.

Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә

 

Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә асҡындар ҙа әүҙем ҡушылды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәргән

«Милләт кросы-2024 »тә  барыһы 284 спортсы ҡатнашты, башлыса улар мәктәп уҡыусылары ине.

 Бөтә Рәсәй спорт сараһы уҡыусы балаларҙы һәм бөтә халыҡты физик культура менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау, күп кеше ҡатнашлығында үткән физкультура-спорт ярыштарын ойоштороу формаларын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

Хеҙмәт коллективтары араһында һәр ваҡыттағыса Асҡын 2-се балалар баҡсаһы коллективы берҙәмлек күрһәтте. Йүгереүҙә Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем булды. Физкультура уҡытыусылары ла  бирелгән дистанцияны  берҙәм  йүгереп үтте.

Ярыштар барыһы йәш үҙенсәлеге буйынса 18 категорияла ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында айырым ойошторолдо. Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов етәкселегендә судьялар һәр категорияла еңеүселәрҙе асыҡлап, грамоталар тултырҙы.

Еңеүселәр  Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәтенең грамоталары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.

 - «Милләт кросы-2024 »кә ҡушылғандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт! Һеҙ – спортҡа һәм үҙегеҙҙең организмға нисек ҡарарға кәрәклегенә лайыҡлы миҫал!” -  тине Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийән Мәснәүиев.

Наилә Имаева.

 

 

 

Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Асҡындар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә
Читайте нас: