Асҡын районының Башҡортостан ауылы бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, унда уңған, йүнсел, айыҡ һәм сәләмәт тормош көткән халыҡ йәшәй. Улар ауыл биләмәһендә уҙған сараларҙа, ауылды төҙөкләндереү өмәләрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.
Быйыл “Айыҡ ауыл – 2024” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашырға теләк белдереп, улар айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса төрлө саралар ойоштора. Әйткәндәй, улар был мәртәбәле бәйгелә ҡатнашып, муниципаль этапта 3-сө урын яулағайны инде. Быйыл да башҡортостандар ҙур дәрт менән бәйгелә ҡатнаша һәм береһенән-береһе фәһемлерәк саралар үткәрә. Сираттағы сараға Ҡаҙансы ауыл китапханаһы китапханасыһы Гөлфинә Исламова үҙе менән ауыл Советы белгесе Зинира Динисламованы, ауыл фельдшеры Ләйсән Ғафуръянованы ла алып барып, бик файҙалы һәм кәрәкле осрашыу ойоштора. Иҫке Ҡаҙансы ауылынан килеүсе белгестәрҙең һәр береһе халыҡ алдында сығыш яһап, файҙалы мәғлүмәт еткерә.
Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Башҡортостан ауылында йәшәүселәр өсөн яңы һәм халыҡ яратып уҡыған китаптарҙы ла алып барып, улар менән таныштыра һәм уҡырға тарата. Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы китапханасы шулай уҡ "Мутлашыусы, стоп!» республика акцияһы сиктәрендә мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып, кешеләрҙе алдап аҡса алған мутлашыусылар тоҙағына эләкмәү юлдары хаҡында ла һөйләй , хәүефһеҙлек саралары тураһында иҫкәртә.
Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы иһә 29 сентябрҙә билдәләнгән Йөрәк сирҙәренән халыҡты ҡурсалау көнө уңайынан файҙалы әңгәмә ойоштора. Профилактик саралар тураһында һөйләй. Сараға йыйылыусыларҙың ҡан баҫымдарын үлсәп, кәңәштәр бирә.
Зинира Фаил ҡыҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тағы бер иҫкә төшөрөп, халыҡты уяу булырға саҡыра, халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирә.
Башҡортостан ауылы халҡы шулай осрашып, фәһемле мәғлүмәт алып, сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдереп таралыша.
Наилә Имаева.