Маскировка селтәрҙәре яугирҙарҙы, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы һәм инженер ҡоролмаларын йәшереү өсөн киң ҡулланыла. Бындай селтәрҙәр хәрбиҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара ала. Шуның өсөн Ҡашҡа урта мәктәбе ирекмәндәре мәктәп директорының тәрбиә буйынса советнигы Ф. Сабирова, уҡытыусылар И. Талипова һәм И. Мәснәүиева менән берлектә блиндаждарҙы һәм хәрби техниканы маскировкалау өсөн һаҡланыу селтәрҙәре үрә.
“Беҙ маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ышаныслы тылыбыҙ барлығын, уларҙы яратыуыбыҙҙы һәм еңеүгә ышаныуыбыҙҙы аңлауы мөһим. Был Еңеүгә беҙҙең өлөшөбөҙ булһын ”, – ти уҡыусылар.
Наилә Имаева.