Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Сентябрь , 11:00

“Ҡала мөхите” проекты халыҡ тормошон яҡшырта

Мишкә районында ошо проект сиктәрендә бик күп эштәр башҡарыла. “2019-2024 йылдарҙа республика ауылдарында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Байтаҡ проекттар федераль аҡсалар иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Был — республика идара итеү командаһының көндәлек тырыш хеҙмәте нәтижәһе”, — тигәйне үҙенең бер сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров.

“Ҡала мөхите” проекты халыҡ тормошон яҡшырта
“Ҡала мөхите” проекты халыҡ тормошон яҡшырта

Конкурс 2018 йылдан башлап бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы йәмәғәт мөхите төҙөү проекттарын яҡлау, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау өсөн тарихи территорияларға комплекслы ҡараш үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
2019 йылда район үҙәгендә “Ҡала мөхите” программаһы буйынса халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнгән “Әсә һәм бала” паркы үҙгәртеп ҡоролдо. Бында йыл һайын нимәлер яңыртыла. Бәүелсәк, тауҙар һәм башҡа балалар уйындарын берләштергән майҙансыҡ балаларҙы ҡыуандыра. Ололар “Мин Мишкәне яратам” артобъекты эргәһендә фотоға төшөргә ярата, ғашиҡтар өсөн “Татыулыҡ эскәмйәһе” бар.
Һәр йыл майҙансыҡты Мишкә ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар ултыртҡан сәскә түтәлдәре биҙәй. Фонтан ҡуйылған. Бында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ, Йәштәр көндәре, туйҙар, байрамдар үтә. Ғаиләләр балаларын, ҡунаҡтарҙы алып килә.
Ауыл биләмәһе халҡы район хакимиәте башлығы Павел Трапезниковҡа, биләмә башлығы Рөстәм Ишмаҡаевҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырғандары өсөн рәхмәтле.
2020-2021 йылдарҙа ошо программа буйынса “Геройҙар аллеяһы” мемориаль комплексы төҙөлдө, был да мишкәләр араһында билдәлелек яуланы. Аллеяла ла ял итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған: яҡты, габиондар, эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуйылған, йәйәүлеләр өсөн юл, бәләкәй архитектура формалары, бәүелсәктәр, байрамдар үткәреү өсөн сәхнә, Геройыбыҙ Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл, район геройҙарының китаптары, янып торған “#Мишкә” артобъекты. Ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре биләмәне йәшелләндереүҙе күҙ уңында тота.
Быйыл ошо уҡ программа буйынса район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда ремонт яһалды.
Фекер...
Рөстәм Ишмаҡаев, Мишкә ауыл биләмәһе башлығы:
— “Ҡала мөхите” программаһы беҙгә ҙур ярҙам булды. Эштәрҙе сентябрҙә тамамларға уйлайбыҙ. Район үҙәген матурлау буйынса пландарыбыҙ күп. Ауыл халҡына шуны әйтке килә: һеҙҙең уңайлыҡ өсөн төҙөлгәнде һаҡларға тырышығыҙ!

Венера Әғләмова.

“Ҡала мөхите” проекты халыҡ тормошон яҡшырта
“Ҡала мөхите” проекты халыҡ тормошон яҡшырта
Читайте нас: