Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
12 Сентябрь 2024, 04:00

Тәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙе

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы коллективы изге эшкә әүҙем ҡушылды.

Тәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙеТәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙе
Тәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙе

Махсус хәрби операция башланғандан алып, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы коллективы  яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша. Улар бергәләшеп   дарыу үләндәрен йыйып, шифалы сәйҙәр ҙә әҙерләп ебәрҙе, тәмле ризыҡтар бешереп, төрлө кәрәк-яраҡтар ҙа алып ебәрҙе.

 Был юлы иһә Лариса Фәрит ҡыҙы етәкселегендә тәрбиәселәр Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан маскировкалау  селтәрҙәре үреү үҙәгенә килеп, бергәләшеп  селтәр үрҙе. Музей белгесе Айгөл Нартдинова уларға дөрөҫ итеп селтәр үреү алымдарын күрһәтте һәм аңлатты. Бергәләшеп, изге теләктәр теләй- теләй тәрбиәселәр маскировкалау селтәрен үрҙе, Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

“Күпме йөрәк йылыһы, изгелек һалынған, улар яугирҙарыбыҙҙы һаҡлар, тип ышанабыҙ”,  - ти Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина.

 Наилә Имаева.

Тәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙе
Тәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙе
Тәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙе
Тәрбиәселәр маскировка селтәре үрҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас