Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
8 Сентябрь 2024, 05:15

Асҡындар тауыш биреү буйынса иң әүҙеме!

Территориаль һайлау комиссиялары мәғлүмәттәре буйынса, кисә киске сәғәт 8-гә халыҡтың 51 проценттан ашыуы тауыш биргән. Кешеләр иң әүҙеме Асҡын, Благовар, Салауат, Федоровка райондарында килгән. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Асҡындар тауыш биреү буйынса иң әүҙеме!Асҡындар тауыш биреү буйынса иң әүҙеме!
Асҡындар тауыш биреү буйынса иң әүҙеме!

Бөгөн иртән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында уның рәйесе Азат Ғәлимханов менән брифинг үтте. Ул әлеге минутҡа булған һуңғы һандар менән уртаҡлашты.

Территориаль һайлау комиссиялары мәғлүмәттәре буйынса, кисә киске сәғәт 8-гә халыҡтың 51 проценттан ашыуы тауыш биргән. Кешеләр иң әүҙеме Асҡын, Благовар, Салауат, Федоровка райондарында килгән.

– 8 сентябрҙә, өсөнсө һуңғы тауыш биреү көнөндә иртәнге сәғәт һигеҙҙә бөтә участкалар ҙа асылды, бөтәһе лә штат режимында эшләй. Бөгөнгө тауыш биреү көнө тыныс үтер, тип өмөтләнәбеҙ, - тине спикер. – 20.00 сәғәттә участкалар ябыласаҡ.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бөтә участка һайлау комиссияларын хәүефһеҙлек һәм янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән тикшерҙе. Полиция хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ участка һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре штаттан тыш хәлдәрҙә нисек эш итеү осрағына инструкциялар алды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2024-09-08/ike-k-nd-51-protsenttan-ashyu-aylausy-tauysh-birg-n-3919007
Автор:
Читайте нас