Районда һайлауға ғаилә менән килеү күптән матур традицияға әйләнде. Асҡын ауылында биш тәрбиәләүсе Гөлназ һәм Илдус Хафизовтар ҙа һайлауға балаларын алып бара.
Ғаилә башлығы әйтеүенсә, улар бәләкәйҙән балаларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләй. Был юлы ла Хафизовтар тауыш биреүҙең нисек үтеүен күрһәтергә ҡарар итә.
"Беҙ үҙебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәге өсөн генә түгел, балаларыбыҙҙың именлеге өсөн дә тауыш бирҙек. Шәхси үрнәк менән балаларыбыҙға гражданлыҡ бурысын үтәргә өйрәтәбеҙ," - ти хәстәрлекле ата-әсә. – Был юлы өлкән улыбыҙ Өфөлә ҡалды. Ул быйыл армиянан ҡайтып, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инде. Шуға һайлауға бәләкәйҙәребеҙ менән килдек. Үҙебеҙ менән иремдең һеңлеһенең ҡыҙын да алып килдек. Балаларға тауыш биреү процесын күҙәтеү ҡыҙыҡ булды. Һайлау участкаһынан сыҡҡанда һәр беребеҙгә“Рәхмәт-2024” акцияһы сиктәрендә QR-билеттар һәм браслеттар тапшырҙылар, уларҙы нисек ҡулланырға икәнлеген аңлаттылар. Республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың артабан да үҫеүен, халҡының берҙәм булыуын, илебеҙ тыныс, имен булыуын теләп, шатланып тауыш биреп ҡайттыҡ”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Хафизовтар.
Наилә Имаева.