Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
6 Сентябрь 2024, 08:30

Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!

Үршиҙе ауылында урынлашҡан 943-сө һайлау участкаһында  тауыш биреүсе Фәйрүзә  Кәрим ҡыҙын  70 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар.  

Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!

Үршиҙеләр һәр ваҡыттағыса иртә менән һайлау участкаһына ашыҡты.   Һайлау комиссияһы рәйесе Гөлмәрйәм Хакова   етәкселегендә  комиссия ағзалары һәр кемде ихлас ҡаршы алды.

Бөгөн 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе  Фәйрүзә Карамованы  иһә  һайлау участкаһында  сюрприз көтә ине.  Комиссия ағзалары бергәләшеп   уны тыуған  көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.

— Мин бер һайлауҙан да тороп ҡалғаным юҡ, һәр саҡ беренселәрҙән булып һайлау участкаһына киләм. Бөгөн дә нәҡ шулай иттем : районыбыҙ, республикабыҙ  имен киләсәге өсөн тауыш бирҙем.  Барыһы ла яҡшы булһын, республикабыҙ артабан да алға барһын, үҫһен, халҡы тыныс, имен тормошта матур, үҙ-ара дуҫ- татыу йәшәһен! Мине шулай ҙурлап ҡотлағандары өсөн, Гөлмәрйәм  Фәниз ҡыҙы етәкселегендәге һайлау комиссияһы ағзаларына ҙур рәхмәт. Был минең өсөн көтөлмәгән бүләк булды,  — тип тәьҫораттары менән бүлеште  70 йәшен тултырыусы   Фәйрүзә апай.

Үршиҙе ауылында тыуып үҫкән Фәйрүзә Кәрим ҡыҙының ғүмере фиҙаҡәр  хеҙмәттә үтә.    Өфөлә училищела уҡып, ашнаҡсы-кондитер һөнәрен алғас, баш ҡалала  бер йыл эшләп, тыуған ауылына ҡайта,  кейәүгә сыға. Йәш ғаилә Үршиҙе ауылында  төпләнә. Фәйрүзә апай тәүҙә “Төй” совхозы бүлексәһендә ашнаҡсы булып эшләй. Совхоз  тарҡалғас,  пекарняға икмәк бешереүсе булып инә. Артабан ауыл клубында, һуңыраҡ ауыл Советында техник хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Тормош иптәше Әннәс Садиҡ улы менән 42 йыл татыу ғүмер итеп, өс бала  — ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Альбина ғаиләһе менән бөгөн Төлгөҙбаш ауылында ғүмер итә, улдары иһә Свердловск өлкәһендә йәшәй.  Әсәләре янына йыш ҡайтып, хәл белеп, ярҙамлашып торалар. Фәйрүзә апай бөгөн дүрт ейән-ейәнсәргә һәм ике бүлә-бүләсәргә  яратҡан өләсәй һәм ҡарт өләсәй булған. Әле баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емештән ҡышҡылыҡҡа тоҙланмалар әҙерләү менән мәшғүл.

Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, Фәйрүзә Кәрим ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабан  да шулай әүҙем, сәләмәт һәм рухлы булып, имен тормошта бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

 

Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Фәйрүзә Карамова өсөн бөгөн икеләтә байрам!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас