Бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә баҡса һәм шәхси хужалыҡ продукцияһы менән сауҙа итеү өсөн халыҡҡа уңайлы шарттар булдырырға ҡушҡайны. Ошоно үтәп, Асҡын районында барыһы ун сауҙа нөктәһе асылғайны. Уларҙың икеһе Асҡын ауылының Блюхер урамында урынлашҡан. Бирелә һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш һатыусылар сауҙа нөктәһе асылыуына ҡыуанып бөтә алмай.
- Ошондай асыҡ һатыу урындары күберәк булһын ине, сөнки беҙгә ауылда үҙебеҙ етештергән һөт-ҡаймаҡты, әле генә түтәлдән йыйылған, ботаҡтан өҙөп алынған йәшелсә-емеште һатырға кәрәк. Был урын уңайлы. Кеше күп уҙып йөрөй. Беҙгә, һатҡан кешегә лә, һатып алғандарға ла бик яҡшы, — ти Йырмаялан ауылынан килеүсе Роза Тайыпова.
Ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән Роза Әбүбәкер ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла бөгөн дә гөрләтеп донъя көтә. Күпләп мал аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтерә. Өс һыйыр һауып, һөтөн эшкәртеп, үҙҙәренән артҡан ҡаймаҡ, май, һөттө һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра. Бөгөн дә күпләп һөт, май, ҡаймаҡ, эремсек алып килгәйне. Роза апай ҡыҙы Ленара һәм ейәнсәре Йәсминә менән тиҙ арала алып килгән сифатлы продукцияны һатып ҡайтып китте.
Эргәләге өҫтәлдә Петропавловка ауылынан килгән Нина Павловна баҡсаһында үҫтергән йәшелсәләрҙе һатты. Һарымһаҡ, һуған, ташҡабаҡтарын, картуфын халыҡ яратып алды.
Фекер...
Гөлназ Чикурова, район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы:
— Халыҡтың баҡсаларындағы, шәхси хужалыҡтағы артыҡ продукцияны бушлай һатыу мөмкинлеге булыуы бик мөһим. Ошо маҡсатта районда Асҡын, Урмияҙ, Ҡубияҙ, Упҡанкүл, Ҡышлауйылға ауылы эргәһендә, Мутабаш, Ҡыйғаҙы, Петропавловка, Солтанбәк һәм Ҡарткиҫәк ауылдарында һатыу нөктәләре булдырылды. Ауыл хужалығы йәрминкәләрен дә даими үткәрергә тырышабыҙ. Уларҙы халыҡ көтөп ала: кемдер — һатып, кемдер алып ҡыуана.
Урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү һәм халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итеү сиктәрендә республикала шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары продукцияһын һатыу каналдарын киңәйтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре мәғлүмәттәре буйынса 259 майҙансыҡта йәрминкәләр үткәреү планлаштырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре ағзаларына республиканың ярҙамы тураһында яҙғанда, ике йыл эсендә артыҡ продукцияны һатырға мөмкин булған сауҙа урындарының һаны ике тапҡырға тиерлек артҡанын билдәләне: әгәр 2022 йылда улар 2234 булһа, 2024 йылда - 4165. Әлеге ваҡытта республикала 332 майҙансыҡ иҫәпләнә, улар һәр ҡалала һәм районда бар.
- Урындарҙа баҡса, шәхси хужалыҡ продукцияһын ваҡытлыса һатыу нөктәләрен ойошторорға кәрәк. Беҙҙең бурысыбыҙ - мөмкин тиклем күберәк бындай стационар булмаған пункттар булдырыу. Был халыҡҡа ярҙам итеү өсөн бик мөһим, - тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров. - Үҙ ҡулдары менән үҫтергәнде һатҡан өләсәйҙәрҙе ҡыуырға ярамай. Улар өсөн шарттар булдырырға, сауҙа урындарын төҙөргә кәрәк.
Наилә Имаева.