Башҡортостан Республикаһының Рус географик йәмғиәте Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Сәлих” социаль-белем биреү үҙәгендә ойошторған профиль сменаһы ҡатнашыусылары өсөн Ер тураһындағы белем иленә мауыҡтырғыс сәйәхәт 10 көн дауам итә.
Бында республикабыҙҙың төрлө райондарынан география менән ҡыҙыҡһынған 40 бала файҙалы һәм күңелле ял итә. Улар араһында Солтанбәк мәктәбенең 7-се класын тамамлаусы бик әүҙем, география менән ихлас ҡыҙыҡһынған егеттәр Динислам һәм Илшат Суфияновтар ҙа бар. География уҡытыусыһы Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманова тәҡдиме буйынса ял итергә барған был тырыш уҡыусылар “Сәлих”тән бик бай тәьҫораттар алып ҡайтты.
Лагерь балаларға бай программа әҙерләй. Улар бик күп фәһемле һәм файҙалы мәғлүмәт ала, яңы дуҫтар таба. Динислам менән Илшат сараларҙа әүҙем ҡатнашып, иҫтәлеккә бүләк алып та ҡыуана.
Үҙәк территорияһына ҡуйылған метеопоста балалар һәр өс сәғәт һайын һауа торошон күҙәтә.
Ял итеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторалар.
Мәҫәлән, "Сәлих" үҙәгенә билдәле осоусы-инструктор һәм сәйәхәтсе, Төньяҡ Полюсҡа 10 мең метрҙан ашыу бейеклектән парашют менән һикереүсе Александр Лынник килә. Он-лайн режимда балалар вело-сәйәхәтсе Ксения Салазанова менән дә һөйләшә. Ул "Байконур" космодромынан балалар сәләм ебәрә.
Рус географик йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе , билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин менән осрашыу ҙа ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Балалар янына ҡунаҡҡа “Өфө муйынсағы” проектына нигеҙ һалыусылар ҙа килә.
Рус географик йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең медиа-төркөмө етәксеһе, сәйәхәтсе һәм журналист Рөстәм Сиражетдинов уҡыусыларға үҙенең яратҡан шөғөлө - дайвинг тураһында һөйләй.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сергей Уткин менән аралашыу уҡыусыларҙы рухландыра, улар бик бай мәғлүмәт ала.
Балалар “Патриот” хәрби-патриотик паркында һәм Башҡортостандағы иң ҙур тарихи-мәҙәни проекттарҙың береһе -
Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейында ла була.
Профиль сменаһын ябыу алдынан улар Географ көнөн һәм Рус географик йәмғиәтенең 179 йыллығын да күңелле итеп билдәләй.
Наилә Имаева.