Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Август 2024, 03:00

Иң мөһиме - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын

Солтанбәктәр  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үрҙе.

Иң мөһиме  - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау  әйләнеп  ҡайтһынИң мөһиме  - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау  әйләнеп  ҡайтһын
Иң мөһиме - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын

 

Махсус хәрби операция башланғандан алып райондаштарыбыҙ  гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Солтанбәктәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалмай. Сираттағы  гуманитар ярҙамға улар ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, бергәләшеп маскировкалау селтәре лә үреп әҙерләй. Һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта  үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Күмәк теләк ҡабул була, тиҙәр.

Иң мөһиме – яугирҙар  тиҙерәк имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын – был барыбыҙҙың да иң ҙур  теләге.

Белеүегеҙсә, маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды алдарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙар өсөн мотлаҡ кәрәк.

Наилә Имаева.

Иң мөһиме  - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау  әйләнеп  ҡайтһын
Иң мөһиме  - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау  әйләнеп  ҡайтһын
Иң мөһиме  - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау  әйләнеп  ҡайтһын
Иң мөһиме - яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас