

Күңелле эстафетала барыһы һигеҙ команда ҡатнашты. Улар етеҙлектә, сослоҡта, өлгөрлөктә һынау тотто.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде һәм бүләкләнде.
Вадим Фәүзетдинов етәкселегендәге уҡыусылар командаһы ярышта ҡатнашҡан өсөн грамота менән бүләкләнде.
Район Мәҙәниәт йорто командаһы - “ Иң дуҫ”,
Асҡын районындағы “Ғаилә” хеҙмәте, Мәшғүллек үҙәге һәм “Беренселәр хәрәкәте” вәкилдәренән торған “Изгелек” йыйылма командаһы – “Иң күңелле”,
Асҡын 2-се урта мәктәбе командаһы – “Иң креатив”,
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы командаһы “Иң берҙәм” номинацияларында билдәләнде. Улар ҙа грамоталар алып ҡыуанды.
Асҡындың 2-се балалар баҡсаһы командаһы - III, үҙәк район дауаханаһы - II, ә Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы командаһы I урынға лайыҡ булды.
Еңеүсе командалар “Батыр” физкультура -һауыҡтырыу комплексының тренажер залына сертификаттар менән бүләкләнде.
Спорт байрамы бик күңелле үтте һәм барыһына ла яҡшы кәйеф һәм яңы көс-дәрт бүләк итте.
Наилә Имаева.