Сочи ҡалаһында “Адлер” район Мәҙәниәт йортонда “Ҡара диңгеҙ буйында” XXI халыҡ-ара фестиваль үтте. Был мөһим сара илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 90 бейеү коллективын йыя.
Фестивалдә Ҡариҙел районының Рәфилә Мөнирова етәкләгән “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле уңышлы сығыш яһап, 1-се дәрәжә лауреат булды!
“Йәшлек”тәр ялҡынлы бейеүҙәре менән сираттағы тапҡыр республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһап, үҙҙәренең юғары әҙерлеген һәм бейеү сәнғәтенә булған һөйөүен күрһәтте. Афарин, “йәшлек”тәр!
“Йәшлек” ансамблен һәм уның алыштырғыһыҙ етәксеһе Рәфилә Мөғәллим ҡыҙын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Бейеү сәнғәтенә булған һөйөүегеҙ, рух-дәртегеҙ һүнмәһен!
Наилә Имаева.