Ил һәм тыныслыҡ өсөн йәнен аямаған егеттәргә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары һәр ваҡыттағыса гуманитар ярҙам йыйыуға әүҙем ҡушылды.
Был юлы улар бауырһаҡ, тәмле пончиктар бешерҙе, шифалы үлән сәйҙәре лә әҙерләне. Ә алданыраҡ улар 300 дана “ҡоро душ” әҙерләгәйне.
- Егеттәргә имен-һау хәрби бурыстарын үтәп, тиҙерәк тыуған йорттарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Юлдарында тик изге уйлы кешеләр юлдаш булһын, - ти изге күңелле, илһөйәр, мәрхәмәтле, уңған уҡытыусылар.
Афарин, ҡарткиҫәктәр! Бешергән ризыҡтарығыҙ яугирҙарға көс өҫтәһен, Еңеүҙе яҡынайтһын!
Наилә Имаева.