Үҙҙәренең әүҙемлеге, илһөйәрлеге менән айырылып торған ҡарткиҫәктәр МХО -ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға һәр саҡ ярҙам итеп, уларҙы рухландырып, Еңеүгә дәртләндереп, сәләмдәр ебәреп тора.
Был юлы ла яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуға әүҙем ҡушылдылар. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары “ҡоро душ” әҙерләне.
Был гигиена сараһы оҙаҡ ваҡыт хәрби заданиела булған, һыу һәм йыуғыс менән йыуынырға мөмкинлеге булмаған һалдаттарға ярҙам булып тора. Шуға ла ҡарткиҫәктәр кәрәкле әйберҙәр алып , яугирҙарға 300 дана ошондай комплекттар әҙерләне. Ялан шарттарында был таҙарыныуҙың иң ябай һәм тиҙ ысулы.
Афарин, ҡарткиҫәктәр!
Наилә Имаева.