Хәмидә Фәттәх ҡыҙы ғүмер юлында утты-һыуҙы күп кискән, донъяның әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татыған, Иҫке Ҡара ауылында абруй тотоп йәшәгән уңған, егәрле һәм хөрмәтле ағинәйҙәрҙең береһе.
1934 йылдың 5 агусында Балтас районы Яуъяҙы ауылында донъяға килә Хәмидә Фәттәх ҡыҙы. Тыуған ауылында дүрт кенә класс белем алырға тура килә уға. Балалыҡ йылдарының ауыр һуғыш осорона тура килеүе менән бәйле, бик йәшләй колхозда төрлө эштәргә егелә. Аҙраҡ үҫеп, быуындары нығына төшкәс, тиҫтер ҡыҙҙары менән ҡыштарын - урман киҫә , йәйҙәрен Свердловск өлкәһенә барып торф сығарыуҙа эшләй.
1957 йылда Мөхәмәтхәбир Ғарифулла улына кейәүгә сыға һәм уның тыуған ауылы Иҫке Ҡараға күсеп килә. Йәштәр урындағы колхозда хеҙмәт юлдарын дауам итә. Бер-бер артлы ете бала - биш ул һәм ике ҡыҙ донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәмидә апайға бала ҡайғылары ла кисерергә тура килә: ике улы фажиғәле донъя ҡуя.
Хәмидә апай йәйҙәрен колхоздың емеш-еләк баҡсаһында, ҡыштарын мал ҡараусы булып та эшләй. Эшкә талымһыҙ, нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгән егәрле ҡатын ҡайҙа ғына эшләһә лә һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Үҙенә тапшырылған эште еренә еткереп атҡарырға ла, ишле ғаиләһен ҡарарға ла, ауыл ҡатындарының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәренә лә өлгөрә. Тыл ветераны булған Хәмидә апай Харисованың күкрәген “Хеҙмәт ветераны” миҙалы ла биҙәй.
Хәмидә Фәттәх ҡыҙы Мөхәмәтхәбир Ғарифулла улы менән 64 йыл бергә татыу ғүмер кисереп, балаларына белем һәм күркәм тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына сығара. Ул һәм ҡыҙҙары үҙҙәренә оҡшаған һөнәр һайлап, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтә. Инде үҙҙәре күптән атай-әсәй, олатай-әләсәй булған!
13 ейән-ейәнсәренә, 9 бүлә-бүләсәренә хәстәрлекле һәм һөйөклө өләсәй булған Хәмидә Фәттәх ҡыҙы әле лә йәйҙәрен баҡса ултыртып, йәшелсә-емеш үҫтерә. Ҡышын иһә Чернушкала йәшәүсе Альбина ҡыҙы үҙенә алып китә.
Үҙенең уңғанлығы, изге күңелле, мәрхәмәтле, ҡунаҡсыл булыуы менән барыһын да һоҡландырып йәшәй ул. Илебеҙҙең төрлө яҡтарында йәшәгән балалары әсәләренең тәмле аштарын, бигерәк тә мейестә бешкән ҡамыр ризыҡтарын һағынып ҡайта. Бөгөн , ҡәҙерле кешеләре 90 йәшен билдәләгәндә лә, барыһы ла бергә йыйылышып, бай табын әҙерләп, әсәләрен изге теләктәргә, рәхмәт һүҙҙәренә һәм гөл-сәскәләргә күмеп, ҡайнар ҡотланы.
Хәмидә Фәттәх ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотларға Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов та килгәйне. Улар асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле ағинәйгә иң изге теләктәрен еткереп, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.
Бына шулай, күпте күргән, күпте кисергән Хәмидә Фәттәх ҡыҙы балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, уларға аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр береһенең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй.
Наилә Имаева.