Яңы Ҡара ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә һәр саҡ ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был юлы ла улар бергәләшеп ауыл клубына йыйылып, нимәләр әҙерләргә кәрәклеген һөйләшә һәм һәр кем үҙенә ҡушылғанды әҙерләп алып килә.
- Шифалы үләндәрҙе йыйып, хуш еҫле сәй ҙә әҙерләнек, мәтрүшкә ҡушып, ҡайын миндеген дә бәйләп, ҡапсыҡтарға тултырҙыҡ. Аҙыҡ-түлек тә, төрлө консервалар, шулай уҡ гигиена кәрәк-яраҡтары, нәски, бирсәткәләр ҙә һалдыҡ. Күңел йылыһын һалып, изге теләктәр теләп, бергәләшеп әҙерләгән посылкалар һәм күстәнәстәр яҡташтарға тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етер, тигән өмөттәбеҙ! Донъялар тыныс булыуын, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй-теләй эшләнек. Әҙерләгән әйберҙәребеҙ яугирҙарға барып етһен, ауыр минуттарҙа уларға ярҙам итһен, күстәнәстәр ризыҡтарына яҙһын, тип доғалар ҡылдыҡ, - ти ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары.
Районыбыҙҙа кеше хәстәренә битараф булмаған, ҡайғыртыусан, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер кешеләре булуы бик ҡыуаныслы. Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтәйек, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйек.
Наилә Имаева.